×
?
Задать вопрос
Укажите контактные данные для связи
Запишите Ваш вопрос или предложение
Отправить

Улар бер ваҡытта ла осрашыуға һуңламай, һәр әйткән һүҙен дә бизмәнгә һала


19.05.2018

Улар иң яҡшы стандарттарҙы ғына һайлай. Теүәллек тап уларҙың әҙәплелеге. Шулай ҙа батша түгелдәр. Ябай хеҙмәткәрҙәр. Республиканың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Күптәребеҙ хатта ундай һөнәр барлығын да белмәй, шул уҡ ваҡытта уларҙың эшенә беҙҙең сәләмәтлегебеҙ, хатта ғүмерҙәребеҙ ҙә бәйле. Шуға ла уларҙың яңылышыу хоҡуғы юҡ. Эталонға тиңләшеүҙе йәшәү рәүеше итеп алған һөнәр эйәләренең бөгөн байрамы.

Һыу иҫәпләү ҡоролмаһы тәүге метрологик һынауҙы ла үтә алманы. Ҡулланылышҡа яраҡһыҙ. Яңыһын алырға кәрәк. Хәйер, был Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә ойошторолған тикшеренеүҙәр эшенең бер өлөшө генә. Ҡулланылышта булған барлыҡ үлсәм приборҙары һәм сараларына бында экспертизалар үткәрелә.

Электр тогын үткәрмәй торған бирсәткәнең норматив-техник документтар буйынса хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәүе ҙур бәләгә сәбәпсе булыуы бар. Бер генә етешһеҙлек тә кеше ғүмеренә торошло. Шуға ҡулланылышҡа ебәрер алдынан ул мотлаҡ рәүештә инженер-метрологтар тарафынан тикшерелә. Бының өсөн һыу һәм электр көсөргәнешен ебәреүсе һәм үлсәүсе приборҙар ғына талап ителә. Һынауҙар үткәрелгән быяла менән ҡапланған бүлмәнең ишеге ябылыуы була - унда ток ебәрелә. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре бар процесс менән хәүефһеҙ урындан идара итә.

Әле беҙ бер минут буйына бейәләйҙәргә алты вольт бирҙек. Әгәр ток ошо алты вольттан үтмәһә, улар яраҡлы тип һанала.

Айнур Дәүләтшин, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге инженеры

Ә был ҡоролма илдә дүртәү генә, уларҙың берәүһе Башҡортостанда ҡулланыла. Аппарат радиацияны күрһәтеүсе дозиметрҙың эшкә яраҡлы булыу-булмауын билдәләй. Йәғни, үлсәгестең үҙен үлсәй. Сөнки дозиметрҙың эталондан әҙ генә ситләшеүе лә ғүмер өсөн хәүефле. Ә бит бөгөн аҡсанан, емеш-еләктән, төҙөлөш материалдарынан да радиактив нурланыу алырға мөмкин.

Һәр кем үҙ тормошон үҙе ҡарай. Дозиметрҙарҙы ла йыш һатып алалар. Был приборҙар тикшереү үтергә тейеш. Беҙ күбеһенсә предприятиелар менән эшләйбеҙ. Һәр кассала дозиметр бар.

Динар Баянов, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге инженеры

Медицина приборҙарына метрологик тикшеренеүҙәрҙе даими ойоштороу шарт. Ҡан баҫымын үлсәүсе приборҙы ғына алайыҡ. Хәҙер ул һәр кемдең өйөндә бар тиһәң дә була. Табипҡа йүгерәһе түгел. Ҡулланылышта булған тонометр ваҡыт үтеү менән эшлектән сығыуы бар, шуға приборҙы йылына бер тапҡыр тикшереп тороу мотлаҡ. Инженер-метрологтар баҫым үлсәүсе эталон аппараты ярҙамында уға экспертиза ойошторола.

Беҙҙең эталондар аттестация үтергә тейеш, үҙҙәре лә тикшерелә. Тонометрҙың яраҡлы күрһәткесе 3 мм.

Нәсимә Вәлиева, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге инженеры

Оптика салондары ла сертификация үтер өсөн үҙҙәренең диагностика ҡорамалдарын даими тикшереүгә йүнәлтә. Һынауҙа булған күҙлек линзалары һәм призмалар йыйылмаһы, күҙ баҫымын тикшереүсе тонометрҙар, оптик диоптриметрҙар метрологик тәьминәт үтә. Үлсәү сараһының дәүләт реестрына индерелеүе - хәүефһеҙлек билдәһе. Салондарҙа был хаҡта мәғлүмәт барыһына ла асыҡ. Ғөмүмән, төбәктең стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге халыҡтың сәләмәтлеге һәм хоҡуҡ һағында тора тип әйтергә була. Урында алкотестерҙарҙы ла теүәллеккә тикшерәләр. Электр приборының дөрөҫ күрһәтеүе - ғәҙел ҡарар сығарыуға ла этәргес

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.


Дата публикации:  19.05.2018